+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
9 Апрель 2020, 08:35

Ә һин йәшә!

#домаяҡшыраҡХөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы йырсылары бөгөнгө көнгә ауаздаш йырға өйҙән тороп клип төшөргән.

#домаяҡшыраҡ
Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы йырсылары бөгөнгө көнгә ауаздаш йырға өйҙән тороп клип төшөргән.
Идея авторы, сәнғәт учреждениеһының художество етәксеһе, Башҡортостандың атҡаҙанған артисткаһы Сулпан Асҡарова. Йырҙың һүҙҙәрен Миңзәлә Яхина, музыкаһын Гүзәл Сиражетдинова яҙған.
Шуныһы үҙенсәлекле, был йыр үҙ ҡурсаланыу көндәренән күпкә алданыраҡ яҙылған. Идея авторы Сулпан Асҡарова әйтеүенсә, йыл ярым элек уның йәшәү мәғәнәһе хаҡында йыр яҙҙырыу теләге тыуған.
–Уны бер-нисә артистҡа тәҡдим итеү әллә ни һөҙөмтә бирмәне. Тик һәүәҫкәр композитор, һөнәре буйынса стамотолог Гүзәл Сиражетдинова үҙенең эштәрен күрһәтте. Унда ошо көй бар ине. Йыр тап ошо музыкаға яҙылырға тейеш, тип аңланым һәм Миңзәлә Яхинаға тәҡдим иттем, – ти Сулпан Рәил ҡыҙы.
Йыр яҙыла, ләкин уны концертта бер генә тапҡыр башҡаралар. Һүҙҙәре бигерәк һағышлы тип баш тарталар. Йырҙы үҙгәртеп Лилиә Ишемйәрова үҙ репертуарына ала.
Йәмғиәт өсөн ошондай һынау көндәрендә, был йыр бик актуаль булыр тип бер кем дә уйламаған, әлбиттә. Концерт-театр берекмәһе артистары өйҙә ултырған осорҙа, уны клип итеп төшөрөү тәҡдиме индерелә. Башҡарыусылар араһында Фәдис Ғәниев, Лилиә Биктимерова, Нәзифә Ҡадырова, Диана Ишниязова, Артур Туҡтағолов, Миңзифа Искужина, Азамат Тимеров һәм башҡа билдәле йырсылар бар.
Был йыр бөгөн сафта ҡалған медицина хеҙмәткәрҙәре, ғәҙәттән тыш хәлдәр хеҙмәте, көсөргәнешлек менән эшләгән уҡытыусылар һәм башҡа ошондай белгестәр хөрмәтенә башҡарыла. Ҡатмарлы дәүерҙә барыбыҙҙы ла берҙәмлек һәм ярҙамсыллыҡ тойғолары ҡотҡарырына һис кем шикләнмәй.
Клипты һәр кем өйөндә тороп яҙҙырта, төшөрөү ваҡытында бер артист икенсеһе менән осрашмай. Шуға уны монтажлау - Илнур Хәкимов, ә музыкаль яҡтан тура килтереү Ильшат Яхин һәм Эдуард Исламов иңенә ята.
Йырҙың исеме үк әйтеп тора: ниндәй генә ауыр ваҡыттар булһа ла, беҙ йәшәргә тейешбеҙ!
Әлегә клипты You-tubе- каналда, ошо һылтанма буйынса https://youtu.be/24p5T2U94kk, тыңларға мөмкин.
Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: