+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
9 Апрель 2020, 20:30

Башҡортостан тауарҙарын – сит илгә

БР Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр буйынса дәүләт комитетында үткән видеоконференцияла ҡатнашыусылар республика экспортерҙарының онлайн һатыу итеүҙе үҫтереүе хаҡында һөйләште.

БР Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр буйынса дәүләт комитетында үткән видеоконференцияла ҡатнашыусылар республика экспортерҙарының онлайн һатыу итеүҙе үҫтереүе хаҡында һөйләште.
Кәңәшмәлә БР Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Маргарита Болычева, уның урынбаҫары Лена Изотова, БР экспортҡа булышлыҡ итеү үҙәгенең директоры Илдус Хәлитов, “Өфөмебель” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең генераль директоры Рәмил Ғәйнетдинов ҡатнашты.
Һөйләшеү тауарҙы “Алибаба” һәм Ebay сит ил сауҙа майҙандарына сығарыу хаҡында барҙы. Шулай уҡ БР экспортҡа булышлыҡ итеү үҙәге һәм был илдәге вәкиллек ярҙамында Австрияға онлайн бизнес-миссия ойоштороу мәсьәләһе лә ҡаралды. “Өфөмебель” предприятиеһына реклама мәғлүмәтен тәржемә итергә, һатып алыусылар табырға, килешеү төҙөргә ярҙам итәсәктәр.
Маргарита Болычева әйтеүенсә, беҙҙең етештереүселәр сығарған продукция экспорты мәсьәләләре коронавирус пандемияһы шарттарында һәм сит ил баҙарында Рәсәй тауарына һорау булғанда айырыуса көнүҙәк. “Интернет буйынса сауҙа итеү үҫешә. Беҙҙең бурыс – килеп тыуған хәлде үҫеш нөктәһе итеп файҙаланыу”, – тине ул.
Республикала “Башҡортостан Республикаһында экспорт үҫеше” һәм “Башҡортостан Республикаһында хеҙмәт экспорты үҫеше” төбәк проекттары, “Халыҡ-ара корпорация һәм экспорт” милли проекты әүҙем тормошҡа ашырыла.
Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: