Республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығында уҙғарылған бөгөнгө брифингта Башҡортостанда коронавирус менән сирләүселәрҙең бер тәүлектә алты кешегә артыуы билдәләнде. Сәләмәтләнеп, өйҙәренә ҡайтып китеүселәр ҙә шулай уҡ алтау.
COVID-19 диагнозы йәмғеһе 22 ауырыуҙа раҫланған. 142 кешенең, шул иҫәптән 10 баланың вирусты йоҡтороу-йоҡтормауы тикшерелә.
Рәсәйҙә COVID-19 вирусын йоҡтороусылар - 10 131 (бер тәүлектә 1459 ауырыу өҫтәлгән), 698 кеше һауыҡҡан, 76 ауырыу үлгән.