+16 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
8 Апрель 2020, 13:19

Үҙ ҡурсаланыу көндәрен файҙа менән

#домаяҡшыраҡЙәмғиәт өсөн бөгөнгө еңел булмаған көндәрҙә аудиокитаптар сығарған нәшриәтселәр һәм Рәсәй яҙыусылары ғәҙәти булмаған акция ойошторҙо.

#домаяҡшыраҡ
Йәмғиәт өсөн бөгөнгө еңел булмаған көндәрҙә аудиокитаптар сығарған нәшриәтселәр һәм Рәсәй яҙыусылары ғәҙәти булмаған акция ойошторҙо.
Джованни Бокаччоның “Декамерон”ындағы кеүек авторҙарҙың һәр береһе һөйләүсе коронаһы кейә һәм билдәле бер ваҡытта уҡыусылары менән онлайн осрашыуға сыға. Акцияны Бунин хикәйәләре башлаған. Унда ҡатнашыу теләген Гүзәл Яхина, Людмила Улицкая, Владимир Познер, Алена Долецкая һәм башҡа ижадсылар белдергән.
9-10 апрель эфирҙа үҙ уҡыусылары менән Гүзәл Яхина осрашасаҡ. Әйткәндәй, уның романы буйынса ҡуйылған «Зөләйхә күҙҙәрен аса” фильмының күптән көтөлгән премьераһы, 13 апрель “Рәсәй-1” телеканалында, 21 сәғәттә күрһәтәләсәк. Хәбәр итеүебеҙсә, унда ”Ай, былбылым” йыры яңғыраясаҡ. Уны Татарстандың атҡаҙанған артисткаһы Динә Ғарипова башҡара. Ошо сараға әҙерләнеп Гүзәл Яхина үҙенең битендә: “Зөләйхә китабы хаҡында ғына түгел, фильм тураһында ла һөйләшербеҙ. Ғөмүмән, һеҙгә нимә ҡыҙыҡ, бөтә һорауҙарҙы ла йүнәлтә алаһыгыҙ”, – тип яҙған.
Гүзәл Яхина менән осрашыуҙы "Яндекс. Эфирҙа" проектында һәм #ЧитатьЗаразно #Корона Декамерона. хэштегына инеп тыңларға мөмкин. Ул 17 сәғәттә башлана.
Рәсәй яҙыусылары һәм артистары кеүек үҙ тамашасылары менән осрашыу форматын Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры артистары ла башлаған. Улар көн һайын сиратлап тура эфирға сыға. Яратҡан артистарыбыҙ менән 15 һәм 20 сәғәттәрҙә, уларҙың сәхифәһендә осрашырға була. Шулай уҡ театрҙың рәсми YouTube-каналында тыңларға мөмкин.#Башдрам YouTube-канал
Фото Башинформ мәғлүмәт агентлығынан.
Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: