Документҡа ярашлы, әсәлек капиталына хоҡуғы булған ғаилә апрель – июнь айҙарында өс йәшкә тиклем һәр балаға 5 мең һум күләмендә өҫтәмә түләү ала. Уны 1 октябргә тиклем юлларға мөмкин. Был аҡса башҡа социаль ярҙам сараларын хисаплағанда иҫәпкә алынмай. Түләүҙе Пенсия фонды атҡара.