+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
8 Апрель 2020, 22:45

Президент иғлан иткән яңы саралар тураһында

Бөгөн ил етәксеһе губернаторҙар менән кәңәш ҡора, тип хәбәр иткәйнек инде. Төбәктәр башлыҡтары алдында сығыш яһап, Владимир Путин эшҡыуарҙарға һәм һаулыҡ һаҡлау өлкәһенә, балалы ғаиләләргә, эшһеҙҙәргә өҫтәмә дәүләт ярҙамы индерелә, тине.

Президент сығышында билдәләнгән төп саралар:
- коронавирус сире менән туранан-тура эшләгән табиптарға киләһе өс айҙа - 80 000, урта медицина хеҙмәткәрҙәренә – 50 000, кесе медицина хеҙмәткәрҙәренә 25 000 һум өҫтәп түләнә. Тиҙ медицина ярҙамы табиптарына был түләү суммаһы – 50 000, фельдшерҙарға һәм водителдарға – 25 000 һум;
- бәләкәй һәм урта эшҡыуарҙар өсөн страховкалау взносы түләү ярты йылға кисектерелә;
- Хөкүмәт һәм Үҙәк банкы 5 көн эсендә эшҡыуарҙарға ярҙам программаһын эшләйәсәк;
- эшен юғалтҡандарға өс ай буйы эшһеҙлек буйынса иң юғары түләү индерелә – 12 130 һум;
- атай-әсәй эшһеҙ ҡалған ғаиләләргә балиғ булмаған һәр бала өсөн өс ай буйы 3000 һум аҡса түләнә;
- эшһеҙлек өсөн түләүҙе өйҙән ултырып интернет аша юллау индерелә.
Автор:Рәсүл Байгилдин
Читайте нас: