+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
8 Апрель 2020, 18:36

Ни хәлдәһегеҙ, табиптар?

Ҡыуатов исемендәге республика клиник дауаханаһында пациенттар менән бергә карантинда ҡалған табиптар ни хәлдәрҙә икән? Шул шарттарҙа ауырыуҙарҙы дауалауҙы дауам итеүсе аҡ халатлылар үҙҙәре ҡайҙа йоҡлап, ял итеп йөрөй? Моғайын, күптәрегеҙ, уларҙы иҫкә төшөрөп, шулай тип уйлайҙыр.

Ҡыуатов исемендәге республика клиник дауаханаһында пациенттар менән бергә карантинда ҡалған табиптар ни хәлдәрҙә икән? Шул шарттарҙа ауырыуҙарҙы дауалауҙы дауам итеүсе аҡ халатлылар үҙҙәре ҡайҙа йоҡлап, ял итеп йөрөй? Моғайын, күптәрегеҙ, уларҙы иҫкә төшөрөп, шулай тип уйлайҙыр.
Бөгөнгө брифингта республиканың һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин дауаханала карантинда ҡалған медиктар өсөн тейешле шарттар тыуҙырылыуы хаҡында һөйләне. Таҙа зоналарҙа улар өсөн дөйөм ятаҡ булдырылған.
“Табиптар дауаханала йоҡлай. Кисә улар өсөн өҫтәмә рәүештә карауаттар килтерелде. Кемдер стационарҙағы кушеткалар һәм дивандарҙы файҙаланды, – тип билдәләне ул. – Табиптарға ашарға булмауы хаҡында социаль селтәрҙәрҙә килеп сыҡҡан хәбәр ысынбарлыҡҡа тура килмәй. Туҡланыу комбинаты өҫтәмә ризыҡ хәстәрләүҙе ойошторҙо. Бынан тыш, дауахананың үҙ аҙыҡ блогы бар, унда хеҙмәткәрҙәр һәм пациенттар өсөн ашарға әҙерләйҙәр. Һыу ҙа, ризыҡ та етерлек. Әлеге мәлдә медиктарға йыуынырға урын булмауы, таҫтамалдар, салфеткалар етешмәүе хаҡындағы мәғлүмәттең дөрөҫлөккә тап килеү-килмәүе тикшерелә. Әлбиттә, туғандары уларға шәхси әйберҙәр, ризыҡ (боҙолмай торғанын) килтерә ала – бында сикләүҙәр юҡ".
Хәтерегеҙгә төшөрөп үтәбеҙ: кисә, коронавирус таралыуына юл ҡуймау өсөн, дауахана стационары кәмендә ике аҙнаға карантинға ябылғайны. Сәбәбе – унда донъя ҡуйған 80 йәшлек ҡатындың аҙаҡ COVID-19 вирусы йөрөтөүсе булыуын асыҡлау.
Бөгөн көнгә республикала коронавирус йоҡтороуҙың барлығы 16 осрағы раҫланған. Алты ауырыу һауыҡҡан.
Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас: