+7 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
8 Апрель 2020, 03:01

Ирекмән булғың киләме?

Башҡорт дәүләт медицина университетында белем алған ике меңдән ашыу студент COVID-19 коронавирус инфекцияһы менән көрәшкә ҡушылды. Уҡыу йортонда ирекмәнлек хәрәкәте ике йүнәлештә алып барыла: халыҡҡа медицина ярҙамы күрһәтеү һәм социаль волонтерлыҡ.

Башҡорт дәүләт медицина университетында белем алған ике меңдән ашыу студент COVID-19 коронавирус инфекцияһы менән көрәшкә ҡушылды. Уҡыу йортонда ирекмәнлек хәрәкәте ике йүнәлештә алып барыла: халыҡҡа медицина ярҙамы күрһәтеү һәм социаль волонтерлыҡ.
Медицина университетында “Волонтер-медиктар оло йәштәге һәм хәрәкәте сикләнгән граждандарға” штабы 21 марттан алып эшләй. Ирекмәндәр оло йәштәге һәм хәрәкәте сикләнгән кешеләргә аҙыҡ-түлек, дарыуҙар һатып алып бара. Улар Бөтә Рәсәй халыҡ фронты менән берлектә эшләй. Әле 600 ғариза ҡабул ителгән һәм хеҙмәт күрһәтелгән.
Университет ирекмәндәре медицина ярҙамы күрһәтеүҙә лә ҡатнаша. Шулай уҡ медицина учреждениеларына килгән кешеләргә дистанцион термометрия үткәреүҙә, ҡулдарын антисептик менән эшкәртеүҙә, биналарҙы йыйыштырыуҙа ҡатнаша, документтар менән эшләй, оло йәштәгеләргә һәм хәрәкәте сикләнгән граждандарға дарыу рецебын алып барып бирә.
Ирекмәндәр хәрәкәтен ойоштороу “Демография” милли проектын тормошҡа ашырырға ярҙам итә.
Изге эштәр башҡарыуға ҡушылырға теләгәндәр https://мывместе2020.рф/ сайтында асылған агрегаторға инеп ярҙам тәҡдим итә ала. https://dobro.ru/ порталында #МыВместе акцияһы сиктәрендә киҫкен хәлдәрҙә оло йәштәге кешеләргә ярҙам итеү буйынса волонтерҙар өсөн онлайн-курс ойошторолған.
Фотолар БДМУ-ның рәсми сайтынан алынды.
Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: