+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
8 Апрель 2020, 02:18

БДАУ студенттар көтә

1 апрелдән алып ситтән тороп уҡырға теләгәндәр Башҡорт дәүләт аграр университетына документтарын онлайн тапшыра ала.

1 апрелдән алып ситтән тороп уҡырға теләгәндәр Башҡорт дәүләт аграр университетына документтарын онлайн тапшыра ала.
Бындай мөмкинлек “Мәғариф” милли проектын әүҙем тормошҡа ашырыу һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килгән.
Быйыл уҡыу йорто 75 һөнәр буйынса бакалавриатҡа студенттар ҡабул итәсәк. 43 йүнәлеш буйынса ситтән тороп белем алыу мөмкинлеге бар.
Документтарҙы хәҙер өйҙә ултырып ҡына ла ебәрергә мөмкин. Бының өсөн уҡыу йортоноң рәсми сайтында шәхси кабинет асыу, “Ғариза тапшырырға теләйһегеҙме? Теркәлегеҙ” (“Хотите подать заявление? Зарегистрируйтесь”) тигән һылтанма буйынса үтеү һәм кәрәкле юлдарҙы тултырыу етә.
Быйыл ситтән тороп уҡыясаҡ студенттар өсөн 350 бюджет урыны бүленгән. Дәүләт иҫәбенә белем алырға теләгәндәргә документтарын 24 июлгә тиклем тапшырырға кәрәк. Түләүле уҡыу өсөн хаҡ иһә йылына 25 мең һумдан алып башлана.
Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: