+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
8 Апрель 2020, 10:00

Барыбыҙ ҙа – зарядкаға!

Башҡортостанда йәшәүселәр өсөн онлайн зарядка ойошторола башланы. Ул ҡурсаланыу мәле бөткәнсе көн һайын иртән үткәреләсәк.

Башҡортостанда йәшәүселәр өсөн онлайн зарядка ойошторола башланы. Ул ҡурсаланыу мәле бөткәнсе көн һайын иртән үткәреләсәк.
Дәрестәрҙе билдәле спортсылар һәм тренерҙар алып бара. Тәүгеләрҙән булып файҙалы күнекмәләр йыйылмаһын рапирасылар Анастасия Иванова, Аделина Заһиҙуллина, Тимур Арыҫланов һәм Тимур Сафин күрһәтте.
Эш көндәрендә зарядка - 9.00, ә ял көндәрендә 10.00 сәғәттә башлана. Тура эфирҙы инстаграмда ошо һылтанма аша үтеп ҡарарға мөмкин: https://instagram.com/zariadka_fencing.
Республика халҡын “Сәләмәт булыу – бик шәп!”акцияһында ҡатнашырға ла саҡыралар. Ул социаль селтәрҙәрҙә кисә, Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау көнөндә эшләй башланы. Акцияла ҡатнашыу өсөн сәләмәт йәшәү рәүеше тураһында пост ҡуйырға кәрәк. Дөрөҫ туҡланыу өсөн рецепт, онлайн зарядкала ҡатнашыуығыҙ йә һаулыҡ өсөн файҙалы ғәҙәтегеҙ тураһында һөйләргә мөмкин. Фото йәки видео беркетергә, #ЗдоровыйБашкортостан, #СпортБашкортостана һәм #МолодежьБашкортостана хештегтарын ҡуйырға кәрәк булыр.
Был эштәр “Демография” милли проекты сиктәрендә башҡарыла.
Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: