+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
8 Апрель 2020, 18:49

Артистар онлайн әкиәт уҡый

#домаяҡшыраҡМәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры артистары халыҡ әкиәттәрен уҡый башланы.

#домаяҡшыраҡ
Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры артистары халыҡ әкиәттәрен уҡый башланы.
Сәнғәт учреждениеһының баш режиссеры Айрат Әбүшахмановтың тәҡдиме менән ойошторолған сығыштарҙы 21 сәғәттә, театрҙың «Бәйләнештә” селтәрендәге төркөмөндә тыңларға була.
Театрҙың әҙәби бүлегенән алынған мәғлүмәттәр буйынса, әле халыҡ әкиәттәре менән күренекле артистар Хөрмәтулла Үтәшев, Миңзәлә Хәйруллина, Зилара Юлтаевалар сығыш яһаған. Бынан тыш сәнғәт әһелдәре үҙ тамашасылары менән тура бәйләнешкә лә сыға. Уны шулай уҡ театрҙың рәсми каналында, инстаграм кеүек социаль селтәрҙәрҙән күҙәтергә мөмкин.
– “Драматург &драматург” тигән проект айырыуса ҡыҙыҡлы булмаҡсы. Унда авторҙар бер-береһенең сәхнә әҫәрҙәрен уҡыйҙар. Маҡсаты – фекер алышыу өсөн әҙәби-художество майҙан булдырыу. Пьесалар ҙа театрҙың “Бәйләнештә” селтәрендәге төркөмөндә урынлаштырылған. Артистарға режиссерҙан көндә йөкләмәләр яуып тора. Улар ҙа башҡа, сит театрҙарҙың спектаклдәрен ҡарай, яңыса алымдар менән таныша, хореография, вокал буйынса күнекмәләр үткәрә, театр белгестәре онлайнда грим һалыу оҫталығын күрһәтә, ҡыҫҡаһы үҙ ҡурсаланыу көндәренең бер минуты ла бушҡа үтмәй, – ти учреждениеның әҙәби бүлеге баш мөхәррире Динара Ҡәйүмова.
Билдәле булыуынса,был көндәрҙә байтаҡ ҡына театрҙарҙың спектаклдәрен, балеттарҙы онлайн форматта ҡарарға мөмкин. Уларҙың күбеһе сәнғәтебеҙҙең алтын фондына ингән сәхнә әҫәрҙәре. Тамашаларға бара алмаған кешеләр өсөн шәп мөмкинлек!
Фото театрҙың”Бәйләнештә” селтәренән алынды.
Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: