+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
7 Апрель 2020, 19:31

“Ул изге йөрәкле кеше ине”, - тип яҙа улы

Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһында донъя ҡуйған коронавирус йоҡторған өлкән йәштәге ҡатын – билдәле йырсы Әнүәр Нурғәлиевтың һөйөклө әсәһе, тип яҙа “Башинформ” мәғлүмәт агентлығы.

Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһында донъя ҡуйған коронавирус йоҡторған өлкән йәштәге ҡатын – билдәле йырсы Әнүәр Нурғәлиевтың һөйөклө әсәһе, тип яҙа “Башинформ” мәғлүмәт агентлығы.
Нәсимә Мөхәмәтдинова – Әлшәй районы Әүрезтамаҡ ауылынан, биш бала әсәһе. Былтыр ғына тормош иптәше Мәрүәр Шәүәли улы менән алтмыш йәш бергә ғүмер кисереүҙәрен – гәүһәр туйҙарын – байрам итәләр.
“Ул изге йөрәкле кеше ине, бишәүбеҙгә лә матур тәрбиә бирҙе, тормошто, кешеләрҙе яратырға өйрәтте...” - тип яҙа Әнүәр Нурғәлиев үҙенең “Instagram”дағы битендә.
Мәрхүмәнең – ауыр тупрағы еңел, йәне йәннәттә булһын. Балаларының, яҡындарының ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ.
Фото “Башинформ” агентлығы битенән.
Читайте нас: