+10 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
7 Апрель 2020, 11:26
Самолетҡа билеттар кире ҡайтарыламы?
Рәсәйҙең транспорт министрлығы авиабилеттар өсөн аҡсаны кире ҡайтарыу буйынса аңлатма бирҙе.
Рәсәйҙең транспорт министрлығы авиабилеттар өсөн аҡсаны кире ҡайтарыу буйынса аңлатма бирҙе.
Был мәғлүмәттең һылтанмаһы ла бар:
https://www.mintrans.ru/press-center/news/9484
. Уны республика дәүләт транспорт комитетының матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.
Әгәр ҙә пассажир, коронавирусҡа бәйле, үҙ ҡурсаланыу көндәрендә, халыҡ-ара һауа юлдарының хеҙмәтенән баш тарта икән, кире ҡайтарылмай торған тарифтар буйынса алынған билеттарҙың аҡсалары ҡайтарып бирелә. Шул уҡ ваҡытта пассажир үҙизоляция ваҡыты тамамланғандан һуң, халыҡ-ара рейс тергеҙелһә лә, осорға теләмәй икән, ул, ирекле рәүештә баш тартыу, тип атала. Йәғни был осраҡта аҡсалар тариф шарттарына ярашлы ҡайтарыла.
Эске осоу талаптарына килгәндә, рейс мәжбүри туҡтатылған икән, пассажирға сығымдар тулыһынса ҡайтарыла. Ләкин рейс булып та, алынған билеттарҙан баш тартыусыларға сығымдары тарифҡа ҡарап ҡаплана.
Ҡайһы бер аваикомпаниялар компенсация механизмын уйлап тапҡан. Мәҫәлән, “Урал авиалиниялары”, “Себер” компаниялары алынған билеттарға киләһе осоуҙар өсөн бонустар менән иҫәпләшеүҙе тәҡдим итә.
Автор:
Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас в