+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
7 Апрель 2020, 18:27

Республиканың төп дауаханаһында - карантин

Ҡыуатов исемендәге республика клиник дауаханаһының карантинға ябылыуы хаҡындағы хәбәр бөтә социаль селтәрҙәрҙе урап үтте. Нимә булған?

Ҡыуатов исемендәге республика клиник дауаханаһының карантинға ябылыуы хаҡындағы хәбәр бөтә социаль селтәрҙәрҙе урап үтте. Нимә булған?
Коронавирус буйынса уҙған бөгөнгө брифингта Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин ундағы хәлдәргә аңлатма бирҙе. Ул, коронавирус инфекцияһы таралмаһын өсөн, дауахана стационарының кәмендә 14 көнгә карантинға ябылыуын белдерҙе. Әле унда карантинда 1200 кеше, шуларҙың яртыһы – пациенттар.
«Мейеләге ҡан әйләнеше киҫкен боҙолоп, ике айҙан артыҡ дауаланыусы өлкән йәштәге ҡатындың йәкшәмбе вафат булыуы менән бәйле был хәлдәр. Алынған анализ һөҙөмтәләре килгәс, ханымдың COVID-19 вирусын йөрөтөүсе булғанлығы асыҡланды”, – тине министр. Шуға күрә ул ҡатын менән аралашҡан, аралашыу ихтималлығы булған бөтә кешеләрҙе карантинда ҡалдыралар.
“Әле дауаханала санитария-эпидемиология саралары үткәрелә, биналар дезинфекциялана. Хеҙмәткәрҙәрҙән, пациенттарҙан анализ алына”, – тине Максим Забелин һәм алдағы көндәрҙә анализдар һөҙөмтәһен әйтергә вәғәҙә бирҙе.
Бөгөнгө көнгә республикала коронавирус йоҡтороусы кешеләр һаны йәмғеһе ун ике.
Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас: