+7 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
7 Апрель 2020, 14:43

Каринэ Хәбирова “ҡыҙыу бәйләнештә” эшләгән

Кисә Башҡортостан Башлығының ҡатыны Каринэ Хәбирова коронавирусты профилактикалау буйынса ирекмән-медиктарҙың штабында волонтер булып эшләгән.

Кисә Башҡортостан Башлығының ҡатыны Каринэ Хәбирова коронавирусты профилактикалау буйынса ирекмән-медиктарҙың штабында волонтер булып эшләгән.
Ул студенттар менән бергә шылтыратыуҙарға яуап биргән, республикала йәшәүселәр менән аралашҡан, өлкән йәштәгеләр өсөн аҙыҡ-түлек һатып алыуға заявкалар тултырған.
23 марттан башлап Башҡорт дәүләт медицина университеты волонтерҙары 400-гә яҡын оло йәштәге кешегә ярҙам күрһәткән. Бөтә ирекмәндәр добро.ру порталында уҡыу үтә. Уларҙың барыһы ла шәхси һаҡланыу саралары – битлек, бирсәткә, антисептик менән тәьмин ителгән.
"Ҡыҙыу бәйләнеш" карантинда ултырыусылар, өлкәндәр һәм инвалидтарға ярҙам итеү маҡсатында иғлан ителгән #Беҙбергә акцияһы сиктәрендә эшләй. Көн һайын "ҡыҙыу бәйләнеш"кә 100-ләп кеше шылтырата, ирекмәндәр 50-гә яҡын заявканы илтә.
"Ҡыҙыу бәйләнеш" телефондары: 8-800-200-34-11 (федераль); 8 (347) 273-55-44 (урындағы).
Фото "Башинформ"дан алынды.
Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас: