+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
7 Апрель 2020, 12:05

Ишембай дауаханаһына – яңы аппарат

“Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты сиктәрендә Ишембай үҙәк район дауаханаһына юғары технологиялы медицина ҡоролмалары алына. Ошо көндәрҙә тештәрҙе рентген аша тикшереү өсөн цифрлаштырылған ортопантомограф алынған.

Яңы аппарат панорамалы рәсем төшөрөргә мөмкинлек бирә. Теш һәм яңаҡ системаһы тулы килеш бер юлы төшөрөлгән рәсем табиптарға дөрөҫ диагноз ҡуйырға, дауалау билдәләргә һәм уның тәьҫирен күҙәтергә ярҙам итәсәк.
Бындай стоматологик цифрлы ортопантомограф Октябрьский ҡалаһында ла ҡуйылған. Тиҙҙән Белорет районында, Сибай ҡалаһында ла барлыҡҡа киләсәк.
Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: