+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
7 Апрель 2020, 10:25

Ил башлыҡтары килешеүе буйынса

Бөгөн төндә Мәскәүҙән махсус авиарейс менән 120 Израиль кешеһе үҙ иленә осто. Был Рәсәй Президенты Владимир Путиндың Израиль Премьер-министры Биньямин Нетаньяху менән ике ил граждандарын үҙ ватанына ҡайтарыуға булышлыҡ итеү тураһында телефон аша һөйләшеп килешеүе һөҙөмтәһендә мөмкин булды.

Билдәле булыуынса, Рәсәйҙә 27 марттан барлыҡ халыҡ-ара осоуҙар туҡтатылды. Самолеттар сит илдәрҙә ҡалған ватандаштарыбыҙҙы ҡайтарыу өсөн генә чартр рейстар яһаны. 4 апрелдә был бәйләнештәргә лә сик ҡуйылды. Әле ситтә 30 мең Рәсәй гражданы ҡалған. Хәҙер хөкүмәт уларға ярҙам итеү буйынса саралар күрә.
Автор:Рәсүл Байгилдин
Читайте нас: