“Башҡортостан ҡыҙы” журналының фотохәбәрсеһе Александр Данилов “Театр фотообъективта -2019” халыҡ-ара конкурсының “Арт- фотография” номинацияһында беренсе урын яуланы.
Баһалама составына Америка, Иран, Куба һәм башҡа илдәрҙән ижад белгестәре ингән халыҡ-ара конкурсты Одессанан Ирина Аверина ойошторған.
Хәҙерге юғары технологиялар заманында ундай конкурстарҙа ҡатнашыу хоҡуғы сикләнмәгән. Александр Данилов әйтеүенсә, ул бәйгегә осраҡлы ғына үҙенең биш фотоһын ебәрә. Уларҙың берәүһе еңеп сыға. “Был фотола бөгөнгө модерн йүнәлешендә ҡуйылған балет һүрәтләнгән. Уны Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры артистары Италия бейеүселәре менән берлектә эшләгәйне. Был балет һуңынан рус драма театры сәхнәһендә лә ҡуйылды”, - тип баҫманың фотохәбәрсеһе.
Ошо көндәрҙә конкурсҡа йомғаҡ яһалған һәм еңеүселәр ҡотлау сәләмдәрен алған. Ҡыҙғанысҡа, бөгөнгө шартттарға бәйле, конкурс фотоларынан асыҡ күргәҙмә эшләү мөмкинлеге юҡ. Уны тик он-лайн форматында ғына ҡарарға мөмкин.
Хеҙмәттәшебеҙ, Александр Леонидович Даниловты, еңеүе менән ҡотлайбыҙ, ижади үрҙәр, үҙенсәлекле фотолар эшләү өсөн ошондай мөмкинлектәрҙең күп булыуын теләйбеҙ!
Александр Даниловтың фотолары гәзит-журнал уҡыусыларға киң билдәле. Ул оҙаҡ йылдар, атап әйткәндә,1983 йылдан, республика баҫма матбуғатында эшләй. Фотолары «Рәсәй газетаһы”, “Башҡортостан”, рус телендәге “Киске өфө” баҫмаларын биҙәне.