+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
7 Апрель 2020, 20:17

Дауахана биләмәһе, янындағы урамдар дезинфекциялана

Бөгөн, 7 апрелдә, киске сәғәт ундан һуң Өфөлә Ҡыуатов исемендәге республика клиник дауаханаһы биләмәһенә һәм уның эргәһендәге Киров, Кустарный, Революция, Минһажев, Достоевский урамдарына дезинфекция үткәрелә.

Бөгөн, 7 апрелдә, киске сәғәт ундан һуң Өфөлә Ҡыуатов исемендәге республика клиник дауаханаһы биләмәһенә һәм уның эргәһендәге Киров, Кустарный, Революция, Минһажев, Достоевский урамдарына дезинфекция үткәрелә, тип хәбәр итә Өфө хакимиәтенең матбуғат хеҙмәте.
Был эш коронавирус таралыуына юл ҡуймаҫ өсөн уҙғарыла. Дезинфекция өсөн «Этоксамин» тигән сара ҡулланыла. Ул сертификацияланған һәм кеше өсөн ҡурҡыныс түгел.
Шулай ҙа Өфө ҡала хакимиәте, ят еҫ инмәһен өсөн, дезинфекция эштәре барғанда беренсе һәм икенсе ҡаттарҙа йәшәүселәрҙән тәҙрәләрҙе ябыуын һорай.
Һорауҙар тыуһа, Өфө ҡалаһының мәғлүмәт-диспетчерлыҡ үҙәгенә (8 (347) 277-09-1) йәки Өфө хакимиәтенең колл-үҙәгенә (8-800-250-56-04) шылтыратырға мөмкин.
Хәтерегеҙгә төшөрөп үтәбеҙ: Ҡыуатов исемендәге дауаханала йәкшәмбе көн 80 йәшлек ҡатын вафат булғайны. Бөгөн уның коронавирус йөрөтөүсе булыуы асыҡланды.
Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас: