+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
7 Апрель 2020, 12:05

Бөтә мәктәптәр ҙә интернетҡа тоташасаҡ

2021 йылға тиклем республикалағы бөтә мәктәптәр ҙә сифатлы интернетҡа тоташасаҡ, тип белдерҙе БР Цифрлы үҫеш министры Геннадий Разумикин.

2021 йылға тиклем республикалағы бөтә мәктәптәр ҙә сифатлы интернетҡа тоташасаҡ, тип белдерҙе БР Цифрлы үҫеш министры Геннадий Разумикин.
Әле Башҡортостандағы 1318 мәктәптең 93-өндә интернет юҡ. Был республикабыҙҙың ҙур территория биләүенә, байтаҡ мәктәптәрҙең юлһыҙ ерҙәрҙә урынлашыуына бәйле.
“Цифрлы иҡтисад” милли проекты сиктәрендә “Мәғлүмәт инфраструктураһы” проекты бар. Уға ярашлы, республикалағы бөтә мәктәптәр ҙә 2021 йылға тиклем интернетҡа тоташасаҡ. Интернет яҡшы, сифатлы буласаҡ. Ҡала мәктәптәрендә уның тиҙлеге секундына– 100, ауылдыҡыларҙа 50 мегабит тәшкил итәсәк. Был эш 2019 йылда башланғайны, әле дауам итәбеҙ, – тине Геннадий Разумикин.
Бөгөн 616 уҡытыусы интернет буйынса бәйләнешкә инә алмай. Уларҙы тиҙ арала интернетҡа тоташтырыу өсөн техник мөмкинлектәр булған ерҙәрҙә провайдерҙар быны пландан тыш башҡарасаҡ, тип ышандырҙы министр. Ҡалғандарға иһә ҡағыҙ кейстар менән эшләргә тура киләсәк.
Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: