Бөгөн балалар өсөн дистанцион уҡыуҙар башланды.
Уны БСТ каналында республика башлығы Радий Хәбиров ”Нүленсе дәрес” тигән программа менән асты. Көн һайын иртәнге сәғәт 10-да эфирға сығасаҡ "биш минутлыҡ"тарҙы республика ата-әсәләре һәм балалар өсөн ҡыңғырау тип әйтергә кәрәк. Был дәрестәрҙә билдәле шәхестәр мәктәп программаһына бәйле ҡыҙыҡлы ваҡиғалар һөйләйәсәк.
Радий Хәбиров был турала бәйләнештәр селтәрендә лә яҙып сыҡты: “Әле генә мин беренсе дәресте яҙҙым. Әгәр ҙә был эштә беҙгә ата-әсәләр ярҙам итмәһә, уның әллә ни мәғәнәһе булмай”.
Ул шулай уҡ ошондай дәрестәрҙең балалар өсөн ауыр буласағын да билдәләгән. Иң мөһиме балалар белем алһын, ә ата-әсәләр уҡытыу өсөн тейешле шарттар булдырырға тейеш, тип белдерҙе етәксе.
Коронавирус сире таралыуға бәйле, Рәсәй төбәктәрендә ҡурсаланыу көндәре дауам итә. Рәсәй Президенты уның мөҙҙәтен апрель аҙағына тиклем оҙайтты. Был йәһәттән төбәктәргә, хәл-торошҡа ҡарап, үҙҙәренә ҡарар ҡабул итеү хоҡуғы бирелде. Республика башлығы ҡурсаланыуҙы әлегә бер аҙнаға оҙайтты.
Фото Башинформ мәғлүмәт үҙәгенән алынды