+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
6 Апрель 2020, 09:45

Президент та ситтән тороп эшләй

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың матбуғат секретары Дмитрий Песков билдәләүенсә, ил етәксеһе үткән аҙнала ситтән тороп эшләгән. Бындай эш режимы дауам итәсәк әле, тип белдерҙе ул "Россия-1" телеканалында барған "Москва. Кремль. Путин" программаһында.

Президент, 2 апрелдә Рәсәй халҡына мөрәжәғәт итеп, коронавирус инфекцияһының киң таралыу ҡурҡынысына бәйле, ял көндәрен 30 апрелгә тиклем оҙайтты. Өйҙә ятҡан был осорҙа эш хаҡы һаҡлана. Һаулыҡ һаҡлау өлкәһе, сауҙа һәм транспорт тармаҡтары, дәүләт власы органдарына хеҙмәткәрҙәре, көнкүреш тәьминәте хеҙмәттәре эшселәре өсөн эш режимы элеккесә ҡалды.
Автор:Рәсүл Байгилдин
Читайте нас: