+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
6 Апрель 2020, 12:38

Иген эшкәртеү ризығын экспортлау арта

2020 йыл башынан “Ветеринар һәм фитосанитар күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан референт үҙәге” Федераль дәүләт бюджет учреждениеһы белгестәре республика буйынса 59,78 мең тонна ашлыҡ һәм иген эшкәртеү продукттарын тикшергән. Экспортланған иген культуралары 47,76 мең тонна тәшкил итә.

Уның 20,96 мең тоннаһы – арпа, 9,012 мең тоннаһы – бойҙай, 7,45 мең тоннаһы – етен культураһы. Үткән йылдағы ошо осор менән сағыштырғанда, иген эшкәртеү продукттарын экспортлау артҡан. Ул 12,02 мең тоннаға еткән.
Экспорт йөгөнөң барлыҡ партиялары ла “Ветеринар һәм фитосанитар күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан референт үҙәге” Федераль дәүләт бюджет учреждениеһында тикшерелгән. Һөҙөмтәләр буйынса, барлыҡ продукция ла импортер илдәрҙең талаптарына тап килә. Уларға ошо айҡанлы 1314 экспорт фитосанитар сертификаты тапшырылған.
“Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проекты буйынса 2024 йылға ауыл хужалығы продукцияһын экспортлау 45 миллиард долларға етергә тейеш.
Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: