Владимир Путин Рәсәй Федераль ядро үҙәге булдырыуҙың 65 йыллығы менән Бөтә Рәсәй академик Забабахин исемендәге техник физика ғилми-эҙләнеү институты коллективын һәм ветерандарын ҡотланы. Унда институттың атом тармағы үҫешенә индергән ҙур өлөшөн билдәләне. Телеграмма Кремль сайтында урын алған.