+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
6 Апрель 2020, 13:00

Балалар сәләмәт булһын

Өфө ҡалаһының 5-се балалар поликлиникаһының Маршал Жуков урамында урынлашҡан филиалында капиталь ремонт үткәрелгән.

Өфө ҡалаһының 5-се балалар поликлиникаһының Маршал Жуков урамында урынлашҡан филиалында капиталь ремонт үткәрелгән.
Бының өсөн республика ҡаҙнаһынан аҡса тотонолған. Ул “Матди-техник базаны нығытыу” һәм “Балалар һаулығын һаҡлауҙы үҫтереү" төбәк программалары сиктәрендә үткәрелгән. Был “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектын тормошҡа ашырыуға булышлыҡ итә.
Филиалда эске бүлмәләр ҡайтанан планлаштырылған. Бынан тыш, бинаның һул яғында түшәм япмалары, тәҙрәләр, ишектәр, кафель, шулай уҡ сантехника һәм электр ҡоролмалары алмаштырылған. Бинаның уң яғында капиталь ремонт йыл аҙағында тамамланасаҡ.
Поликлиникала заманса елләтеү һәм тейешле температура, дымлылыҡ һәм һауа баҫымын тәьмин итеүсе ҡоролма системаһы, һаҡлау-янғын һүндереү сигнализацияһы, коридорҙарҙа видеокүҙәтеү камералары ҡуйыласаҡ. Бынан тыш, заманса “Асыҡ теркәү бүлеге” һәм коляскалар ҡуйыу урыны ҡаралған, тип белдерә БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте.
Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: