-6 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
6 Апрель 2020, 01:20

“Ай, былбылым” Рәсәй телеканалында яңғыраясаҡ

Рәсәй-1 телеканалында оҙаҡламай Гүзәл Яхина романы буйынса төшөрөлгән ”Зөләйхә күҙҙәрен аса” фильмының премьераһы була.

"Рәсәй-1" телеканалында оҙаҡламай Гүзәл Яхина романы буйынса төшөрөлгән ”Зөләйхә күҙҙәрен аса” фильмының премьераһы була.
Төп ролде Чулпан Хаматова башҡара. Картинаның трейлеры күптән экрандарға сыҡты. Тамашасылар уны түҙемһеҙләнеп көтөп ҡала.
Фильмда татар һәм башҡорт халҡы өсөн уртаҡ йырҙарыбыҙҙың береһе “Ай, былбылым" яңғыраясаҡ. Уны беренсе каналда үткән “Тауыш” конкурсының еңеүсеһе, йәш йырсы Динә Ғарипова башҡара.
Йыр фильм өсөн яңы версияла, махсус эшләнгән. Картина тап ошо йыр менән башлана.
Был турала Динә Ғарипова бәйләнештә селтәрендә, үҙенең сәхифәһендә яҙып сыҡҡан:”Шәп яңылыҡ менән бүлешергә ашығам. Минең өсөн был яуаплылыҡ, сөнки үҙеңдең яңы эшеңде күрһәтеү һәр ваҡыт тулҡынландырғыс. Минең иң яратҡан йырҙарымдың береһе. “Ай, былбылым” ”Зөләйхә күҙҙәрен аса” фильмында яңғыраясаҡ. Ул әле әҙерләнгән “Этно” татар альбомыма ла индерелгән. Бының өсөн үҙемдең төркөм егеттәре Радик Сәлимов, Jam Records Studio, Дмирий Агафоновҡа рәхмәт",– тигән йырсы.
Татарстандың атҡаҙанған артисткаһы Динә Ғарипова республиканың Зеленодольск ҡалаһында тыуған. 2012 йылда, беренсе каналдың “Тауыш” конкурсында ҡатнашып, билдәле йырсы Александр Градский төркөмөнә эләгеү, унан бәйгенең Гран-приһын яулау Динәгә бөтә Рәсәй кимәлендә танылыу алып килде. Ул халыҡ-ара “Евровидение” конкурсында ла ҡатнашты.
Йырҙы Динә Ғарипованың сәхифәһенә инеп тыңларға мөмкин.
Фото йырсының бәйләнештә селтәрендәге битенән алынды.
Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: