+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
6 Апрель 2020, 13:00

Ғаилә тирандары баш ҡалҡыта

Берләшкән милләттәр ойошмаһының генераль секретары Антониу Гуттериш мәғлүмәттәренә ҡарағанда, донъяла ғаилә низағтары, ҡатын-ҡыҙҙы йәберләү осраҡтары күбәйгән. Был хәл коронавирус инфекцияһы арҡаһында кешеләрҙең үҙ йортонда бикле ултырыуына бәйле икән.

Бөгөнгө көндә ер йөҙөндә 2,5 млрд кеше үҙ ҡурсаланыу режимында, йәғни үҙ торлағынан сыҡмай ултырырға мәжбүр. Был үҙ-ара мөнәсәбәттәре киҫкен ир менән ҡатын, ғаилә ағзалары араһында ғауға сығыу, бер-береһен йәберләү, ҡул күтәреү өсөн шарттар тыуҙыра. БМО билдәләүенсә, байтаҡ илдәрҙә ҡатын-ҡыҙҙарға ауыр осраҡта ярҙам хеҙмәттәренә шылтыратыуҙар бермә-бер артҡан.
Автор:Рәсүл Байгилдин
Читайте нас: