+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
3 Апрель 2020, 15:12

Телевидениела эшләүсе коллегаларыбыҙ эфирҙа ҡала, беҙҙе сайттан уҡығыҙ

Ҡурсаланыу көндәренә ҡарамаҫтан, медицина хеҙмәткәрҙәре менән берлектә эшләүсе коллегаларыбыҙ - телевидение хеҙмәткәрҙәре лә сафта ҡалды.

Ҡурсаланыу көндәренә ҡарамаҫтан, медицина хеҙмәткәрҙәре менән берлектә эшләүсе коллегаларыбыҙ - телевидение хеҙмәткәрҙәре лә сафта ҡалды.
Ошо көндәрҙә баҫма матбуғаттыҡылар өйҙә, сайтта ултыра алһа, телевидениеның яңылыҡтар хеҙмәте хәбәрселәре сиратлап эшләргә мәжбүр. Бөгөнгө шарттарҙа кешеләр телевизор ҡарарға, һуңғы яңылыҡтар менән тере видео аша танышырға теләй. Хәүефле шарттарҙа мохтаждарға ярҙам күрһәтеүсе ирекмәндәр, урамда йәмәғәтселек тәртибен һаҡлаусылар, алғы сафта булған медицина хеҙмәткәрҙәре - эфир геройҙары.
–Редакция ике бригадаға бүленде, эфирҙар сәғәте кәмеһә лә, ваҡытында сыға, мәғлүмәт эфир һайын яңыртыла, бер нәмә дә ҡабатланмай, -ти башҡортса яңылыҡтар сығарылышын алып барыусы Гөлнур Вәлиева.
-Шул тиклем тупланып, татыу эшләйбеҙ, бер-беребеҙгә ярҙам итәбеҙ. Эфирға коронавирус хаҡында төрлө мәғлүмәт бирәбеҙ. Бер бабай ҡурсаланыу хаҡында ишетмәгән дә, аяҡ кейеме эҙләргә сыҡҡан. Беҙҙең хәбәрселәр әйткәс, башҡа сыҡмайым, тип ҡайтып киткән. Бына ошондай хәлдәрҙе иҫкәртеү өсөн дә кәрәк инде беҙҙең эфирҙар,- тип үҙ фекерҙәре менән бүлешеүсе журналист, яңылыҡтар сығарылышының баш белгесе Гөлдәриә Йосопова.- Эштә барыһы ла битлек кейгән, бирсәткәләрҙә эшләй, уның менән баҫыуы еңел түгел, әммә бөгөнгө көн шуны талап итә. Өйҙә ҡалғандар, бер-берең алдында яуаплылыҡ ошондай эш шарттарына ҡуйҙы.
-Күпме яҙһаҡ та, кешенең һаман үҙ аллы изоляция режимын аңламауы аптырата, - ти махсус хәбәрсе Рәмзиә Кәримова.- Хөкүмәт йортонда аңлатыу буйынса брифингтар, фекер алышыуҙар дауам итә. Төп мәғлүмәт шунан алына. Видеоконференциялар алып барыла. Медицина хеҙмәткәрҙәре сафта ҡала, дарыуханалар, сауҙа нөктәләре эшләй.
Ә бөгөнгө эфирҙа нимә була? Уның менән башҡортса яңылыҡтар сығарылышының әҙәби мөхәррире Рәйлә Күсемханова таныштыра.
«Ғәҙәттәгесә, бөгөн дә телевизор ҡараусыларҙы коронавирусҡа бәйле яңылыҡтар менән таныштырабыҙ. Алып барыусылар ҡурсаланыу көндәренә ярашлы, эфирға өйҙән сыға. Бөгөн яңылыҡтар менән Гөлнур Вәлиева таныштыра. Ҡыуаныслы хәбәр - өсөнсө ауырыу һауығып өйөнә ҡайтҡан. Шул уҡ ваҡытта ташҡын, юлдарҙы төҙөкләндереү, ауыл хужалығы темаларын да онотмайбыҙ.
Киләһе аҙнанан беҙҙең каналда “Нүленсе дәрес” тигән яңы программа эфирға сыға. Иртәнге 10-да башланған программаны ата-әсәләр һәм балалар өсөн ҡыңғырау тип аңларға кәрәк. Өйҙә дистанцион дәрес башланыр алдынан үткәрелгән биш минутлыҡтарҙа билдәле шәхестәр мәктәп программаһына бәйле ҡыҙыҡлы хәл-ваҡиғалар менән таныштырыр.Тәүге дәресте республика башлығы Радий Хәбиров алып барыр тип күҙаллана”
Хәбәрселәр - һалдат кеүек. Һәр ваҡыт алғы һыҙыҡта. Бөгөн эшкә йөрөүгә мотлаҡ булған журналистарға махсус пропуск бирелде. “Башҡортостан ҡыҙы” журналы хеҙмәткәрҙәре лә ошо көндәрҙе сайтҡа әүҙем яҙышып үткәрҙе. Киләһе аҙнанан журналдың апрель һанын баҫмаға әҙерләү буйынса көсөргәнешле эш башланасаҡ. Журналыбыҙҙың яңы һаны үҙ уҡыусыларына ваҡытында барып етер, тип ышанайыҡ!
Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: