+13 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
3 Апрель 2020, 10:05

Сираттағы губернатор отставкаға китте

Кисә Президент Владимир Путин Камчатка крайы губернаторы Владимир Илюхиндың отставкаһын ҡабул итте. Ғаризаны ул үҙ теләге менән яҙған. Төп сәбәбе иһә, коронавирусҡа ҡаршы тейешле сара күрмәүҙә, тип белдерә аналитиктар.

Был аҙнала шулай уҡ үҙ вазифаларынан Коми Республикаһы һәм Архангель өлкәһе етәкселәре китте. Ненец милли автономиялы округта үҙгәрештәр төбәк башлығы Александр Цыбульскийҙы Архангель өлкәһе губернаторы вазифаһын башҡарыусы итеп тәғәйенләү менән бәйле.
Автор:Рәсүл Байгилдин
Читайте нас: