+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
3 Апрель 2020, 10:25

Салауаттар колбаса етештерә

Салауат районы Малаяҙ ауылында йәшәгән йәш эшҡыуарҙар Денис Йосопов менән Константин Галанов “Салауат” (“Салаватский”) ауыл хужалығы ҡулланыусылар кооперативы булдырған. Бында колбаса етештерәләр. Үткән йылда улар табыш килтереүсе проекттар программаһы буйынса 3 миллион һум грант алған. Был аҡсаны, тағы ла 300 мең һум ҡушып, кәрәкле ҡорамалдар һатып алыуға тотонғандар.

Табыш килтереүсе проекттар нигеҙендә ауыл хужалығы кооперацияларын үҫтереү программаһы Башҡортостанда “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ” милли проекты сиктәрендә эшләй.
Кооператив башта ит ярымфабрикаттары етештерә, шунан ыҫлау менән дә шөғөлләнә башлай. Хәҙер улар классик ысул буйынса “Краковская” тип аталған колбаса эшләй. Итте яҡын-тирәләге ауылдарҙан алалар.
Киләсәктә етештереүҙе киңәйтергә уйлайҙар. Салауатта ҙур һорау менән файҙаланған продукцияны район буйынса ғына түгел, бөтә республикаға сығарырға ниәтләйҙәр. Киләсәктә ярымыҫланған колбасалар, ит деликатестары етештерергә уйҙары.
Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: