Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров төбәктә ҡурсаланыу режимын сама менән бер аҙнаға оҙайтты.
Был хаҡта ул хөкүмәттә үткән кәңәшмәлә белдерҙе. “Ҡурсаланыу режимы был аҙнала, киләһендә үҙ көсөндә ҡаласаҡ.Һуңыраҡ үҙгәрештәр индереү кәрәклеге асыҡ буласаҡ. Барыһы ла дөйөм хәлдән тора. Иң мөһиме - был ҡарарҙарҙы ҡабул итеү беҙҙең үҙебеҙгә йөкмәтелгән”,- тине Радий Фәрит улы.
Республика башлығының Указына ярашлы тормош эшмәкәрлеген тәьмин итеүсе хеҙмәттәрҙән тыш, башҡалар өйҙә ҡаласаҡ. Урамға сығыу бер - нисә осраҡта ғына рөхсәт ителгән.
-магазинға йә дарыуханаға барып килеү
-йорт хайуандарын алып сығыу