+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
3 Апрель 2020, 01:35

Реконструкция эштәре дауам итә

Өфөнөң Комсомол урамында хәрәкәт сикләнгән. Галле ҡалаһы урамынан Бессонов урамынаса участкала ҡыш ямғыр коллекторҙары ҡуя башлағандар. “Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проекты сиктәрендә әле ремонт эштәре дауам ителә.

Өс полоса буйынса юл хәрәкәтен сикләү 1 июнгәсә оҙайтылған. Юл төҙөүселәр асфальт-бетон япмаһын фрезерлау һәм ер өйөмөн рәтләү эштәренә тотонмаҡсылар. Транспорт Комсомол урамынан Бессонов урамына табан таҡ һанлы өйҙәр яғынан бер полосала ғына йөрөйәсәк.
Комсомол урамында 3,84 километр оҙонлоғондағы участка реконструкцияланасаҡ. Унда юл япмаһы яңыртыла, йәйәүлеләр һәм велосипедсылар өсөн юл төҙөлә, яҡтыртыу ҡорамалдары ҡуйыла, ямғыр һыуы ағыу өсөн канализация, туҡталыш павильондары төҙөлә. Киләсәктә бында күҙәтеү камералары, яңы юл тамғалары ҡуйыу ниәтләнә.
Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: