Донъяны ялмап барыусы COVID-19 вирусының дәһшәтле дошман икәнен беләбеҙ. Шуға күрә республика табиптары уға ҡаршы көрәшкә үтә етди әҙерләнә. Ауырыуҙар арта ҡалһа, тип, дауаханаларҙа махсус 1348 урын хәстәрләгәндәр. Һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин әйтеүенсә, тағы ла 1200-ләп урын әҙерләп ҡуйырға кәрәк. Ул урындарҙы файҙаланырға тура килмәһен ине, әлбиттә. Тик коронавирус – тымау ҙа, ябай киҙеү ҙә түгел һәм шунлыҡтан уның һөжүмен кире ҡағыу өсөн табиптар бар көстәрен һалырға йыйына.