+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
3 Апрель 2020, 01:10

Иң яҡшы экспортерҙар билдәләнде

Быйыл “Йыл экспортеры” конкурсында 28 компания ҡатнашҡан. Уларҙың егермеһе – бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ предприятиеһы, һигеҙе – эре бизнес вәкиле. Комиссия ултырышы һөҙөмтәләре буйынса 11 номинация буйынса 11 еңеүсе билдәләнгән.

“Йыл экспортеры” конкурсы республикала “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проектының, шулай уҡ “Башҡортостан Республикаһында экспортты үҫтереү” һәм “Башҡортостан Республикаһында хеҙмәт экспортын үҫтереү” төбәк проекттарын тормошҡа ашырыу программаларының бер өлөшөн тәшкил итә.
Башҡортостан экспортерҙары шулай уҡ “Йыл экспортеры” халыҡ-ара кооперация һәм экспорт өлкәһендә Бөтә Рәсәй премияһында көрәшә ала. Премияла ҡатнашыу ике этапта үтә, ул түләүһеҙ. Ҡатнашыу өсөн Рәсәй экспорт үҙәге сайтында ғариза тапшырырға кәрәк.
Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: