+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
3 Апрель 2020, 10:20

Халыҡ “Бишбүләк һыйҙары”н теләп ала

Ярымфабрикаттар етештереү менән шөғөлләнгән “Бишбүләк һыйҙары” (“Бижбулякские яства”) ауыл хужалығы ҡулланыусылар кооперативы 2019 йылда табыш килтереүсе проекттар конкурсы еңеүселәре араһына ингән.

Ярымфабрикаттар етештереү менән шөғөлләнгән “Бишбүләк һыйҙары” (“Бижбулякские яства”) ауыл хужалығы ҡулланыусылар кооперативы 2019 йылда табыш килтереүсе проекттар конкурсы еңеүселәре араһына ингән.
Кооператив рәйесе Флүзә Буранғолова әйтеүенсә, үҫеш өсөн бүленгән 2,3 миллион һум грантҡа коллектив электр ит турағысы, ҡамыр баҫыу машинаһы, эш өҫтәлдәре, үлсәүҙәр, билмән аппараты, колбаса шприцы, туңдырыу шкафы, ыҫлыҡ, һыуытҡыс кеүек кәрәкле ҡорамалдар алған.
“Бишбүләк һыйҙары” кооперативы үткән йылдың июлендә Флүзә Буранғолова башланғысы менән асыла. Ул 14 пайсыны берләштерә. Әле цехта билмән, мантый, тефтели, кәтлит һәм башҡа ниғмәттәр етештерелә. Өс кеше даими эш урыны менән тәьмин ителгән, водитель-экспедитор бар. Ҡамырҙы үҙҙәре баҫалар, итте Бикҡол һәм Ҡаныҡай ауылдары пайсыларынан алалар.
Цехта әле сменаһына 35 килограмм ризыҡ етештерелә. Ярымфабрикаттар район үҙәге кибеттәренә тарала. Халыҡ уларҙы бик теләп һатып ала.
БР Ауыл хужалығы министрлығы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, табыш килтереүсе проекттар программаһын ике йыл тормошҡа ашырыу мәлендә республикала 224 яңы ауыл хужалығы ҡулланыусылар кооперативы барлыҡҡа килгән.
Табыш килтереүсе проекттар нигеҙендә ауыл хужалығы кооперацияларын үҫтереү программаһы Башҡортостанда “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ” милли проектын тормошҡа ашырыуға ярҙам итә.
Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: