Был мөрәжәғәт республикалағы ойошмалар етәкселәренә, йәғни эш биреүселәргә исемләнә. Уларға ашығыс рәүештә “Рәсәйҙә эш” порталында теркәлеп, үҙ хеҙмәткәрҙәре хаҡында мәғлүмәт бирергә кәрәк. Һәм был бик мөһим!
Бөгөнгө көнгә унда республика ойошмаларының 20 процент тирәһе генә теркәлгән.
Башҡортостандың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры урынбаҫары Фәнүр Шәйхисламов ойошмалар етәкселәренә былай тип мөрәжәғәт итә: “Сикләү саралары индереүҙе аңлап ҡабул итеүегеҙ өсөн һеҙгә рәхмәт. Әле хеҙмәткәрҙәрегеҙҙең бер өлөшө өйҙән тороп эшләй, икенсе өлөшө эшкә йөрөүен дауам итә. Бөгөн, “тулы изоляция” режимы шарттарында, хеҙмәт баҙарының хәҙерге торошон беҙгә асыҡ күҙаллау мөһим. Бының өсөн “Рәсәйҙә эш” порталында хеҙмәткәрҙәр һаны (был һандың үҙгәреүе), мәшғүллек режимы, шул иҫәптән өйҙән тороп эшләү хаҡында ла мәғлүмәт йыйыла. Рәсәй Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы ил предприятиеларындағы мәшғүллекте яҡлау сараларын әҙерләйәсәк. Ә ул саралар “Рәсәйҙә эш” порталына эш биреүселәр ебәргән мәғлүмәттәр нигеҙендә ғәмәлгә ашырыласаҡ. Республиканың бөтә эш биреүселәренең ошо портал аша үҙ хеҙмәткәрҙәре тураһында мәғлүмәт биреүен һорайым”.
Мәғлүмәттәрҙе тапшырыу тәртибе тураһында Башҡортостандың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты яҡлау министрлығы сайтында уҡырға мөмкин.