-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
3 Апрель 2020, 10:10

15 мең һум штраф һалғандар

Үҙ аллы изоляция режимын боҙған өсөн язаға тарттыралармы? Был йәһәттән интернет киңлектәрендә бәхәс бара. Законда ҡаралған карантин йә ғәҙәттән тыш хәл индерелмәгәс, режимды боҙоусыларға штраф һалыу законһыҙ, тигән фекерҙәр әйтелә.

Юристар билдәләүенсә, 31 мартта административ хоҡуҡ боҙоуҙар Кодексына индерелгән үҙгәрештәргә ярашлы (“Санитар-эпидемиологик хәүефһеҙлекте тәмьин итеү өлкәһендә закондарҙы боҙған өсөн”, 6.3 статья), хәҙер сир таралыу ҡурҡынысы тыуған осраҡта ла административ яуаплылыҡҡа тарттырыу (штраф һалыу) ҡарала. Штраф күләме граждандарға ҡарата 15 – 40 мең һум тәшкил итә.
Башҡортостанда закондың был статьяһын боҙоусыларға ҡарата хоҡуҡ органдары ҡаты саралар күрә башланы. Республика буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, Затон биҫтәһендә тотолған 33 йәшлек иргә 15 мең һум штраф һалынған.
Автор:Рәсүл Байгилдин
Читайте нас: