-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
2 Апрель 2020, 23:45

Президент тағы халыҡҡа мөрәжәғәт итте

Бөгөн Рәсәй Президент Владимир Путин коронавирус һалыуының артабан таралыуына бәйле сираттағы мөрәжәғәт менән сығыш яһаны. Ил етәксеһе һүҙенең башында һалыу менән туранан-тура көрәш алып барған табиптарҙың, башҡа медицина хеҙмәткәрҙәренең эшенә юғары баһа бирҙе. Илдә иғлан ителгән үҙ аллы изоляция режимы үҙен тулыһынса аҡланы, тип белдерҙе һәм, донъяла, шул иҫәптән Рәсәйҙә эпидемияның юғары хәүефе үтмәүен иҫәпкә алып, 30 апрелгә тиклем уның оҙайтылыуы тураһында иғлан итте. Был осорға хеҙмәт хаҡы һаҡлана.

Ял һаулыҡ һаҡлау өлкәһе хеҙмәткәрҙәренә, сауҙа һәм транспорт тармаҡтарына, дәүләт власы органдарына, көнкүреш тәьминәте хеҙмәттәренә ҡағылмай.
Президент, хәлдең һәр төбәктә төрлөсә булыуын билдәләп, урындағы етәкселәрҙең вәкәләттәрен киңәйтте һәм, федераль үҙәк менән кәңәшләшеп, үҙаллы ҡарарҙар ҡабул итергә рөхсәт бирҙе.
Эпидемияның нисек дауам итеүенә ҡарап, әгәр ваҡиғалар ыңғайға үҙгәрһә, өйҙә ултырыу көндәре ҡыҫҡартылыуы ла ихтимал.
Владимир Путин коронавирус һалыуына бәйле Рәсәй халҡына беренсе тапҡыр 25 мартта мөрәжәғәт итте һәм 30 марттан 5 апрелгә тиклем халыҡҡа ял көндәре бирҙе.
Автор:Рәсүл Байгилдин
Читайте нас: