+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
2 Апрель 2020, 09:40

Президент Хөкүмәткә өҫтәмә вәкәләттәр тапшырҙы

Рәсәй Президенты Владимир Путин, коронавирус һалыуына бәйле, Хөкүмәткә өҫтәмә вәкәләттәр тапшырыу тураһындағы законға ҡул ҡуйҙы. Уға ярашы, Рәсәйҙең башҡарма власть органы илдә һәм айырым төбәктәрҙә ғәҙәттән тыш хәл индереү, юғары әҙерлек иғлан итеү хоҡуғы бирелә.

Законға аңлатмала, яңы тәртип инфекция таралыу шарттарында тиҙ һәм киҫкен ҡарарҙар ҡабул итеү, төрлө кимәл власть һәм ведомстволар араһында мөнәсәбәттәрҙе көйләү өсөн зарур, тип әйтелә. Министрҙар кабинеты, мәҫәлән, 90 көнгә тиклем айырым медицина әйберҙәре менән һатыу итеүҙе тыйыу, ғәҙәттән тыш хәл килеп тыуыу ҡурҡынысы янағанда банкротлыҡ эшен ҡуҙғатыуға мораторий һалыу һәм башҡа хоҡуҡтарға эйә булды.
Автор:Рәсүл Байгилдин
Читайте нас: