+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
2 Апрель 2020, 11:40

Ҡасан эшкә?

Көтөлмәгән вирустан үҙ-үҙеңде ҡурсалау көндәре оҙайтылыр, тигән фараздар бар.

Көтөлмәгән вирустан үҙ-үҙеңде ҡурсалау көндәре оҙайтылыр, тигән фараздар бар.
Рәсәй ҡулланыусылар хоҡуҡтарын күҙәтеү хеҙмәте етәксеһе Анна Попова, илдәге карантинды тағы бер аҙнаға һуҙырға кәрәк, тип иҫәпләй. Был иһә вирустың таралыуына ҡаршы индерелгән етди сара, ти ул. Белгестәр билдәләүенсә, 14 көн эсендә уны йоҡтороу иҡтималлығы бик юғары булып ҡала.
Президент Владимир Путин халыҡҡа телемөрәжәғәтендә 30 марттан 5 апрелгә тиклем илдә ял иғлан иткәйне.
Бер нисә көндән башҡа төбәктәр өлгөһөндә Башҡортостан да тулыһынса үҙ-үҙен ҡурсалау көндәре иғлан итте. Бөгөн урамда йөрөгән кешеләр иҫәбе юҡ кимәлендә. Республикала әле коронавирус йоҡтороуҙың 8 осрағы теркәлгән.
Фото "Башинформ" мәғлүмәт агентлығынан алынды.
Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: