Бөгөнгө брифингта Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин коронавирус менән сирләүсе тағы берәүҙең һауығыуы хаҡында әйтеп үтте.
Ике көн элек, 31 мартта, был сирҙән ҡотолған тәүге кеше – Дүртөйлө ҡыҙы дауахананан сыҡҡайны. Әммә шәфҡәтһеҙ сир тағы икәүгә йоҡҡан. Дауаханала бөгөн һигеҙ ауырыу ҡала, хәлдәре тотороҡло.
Министр белдереүенсә, әле республика дауаханаларында 106 кешелә, шул иҫәптән 14 балала коронавирус булыу-булмауы тикшерелә. COVID-19 вирусына йәмғеһе 5816 анализ яһалған.
Рәсәйҙә тәүлек эсендә ауырыуҙар 771-гә артҡан, улар һаны 3,5 меңдән ашып киткән. Ер йөҙөндәге барса кешеләрҙе бөгөн сикһеҙ ҙур теләк берләштерә: афәт артабан таралмаһын, тиҙерәк сигенһен!