-3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
1 Апрель 2020, 13:18

Ветерандарға түләүҙәр

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Еңеүҙең 75 йыллығы уңайынан республикала йәшәүсе айырым граждандарға бер тапҡыр бирелә торған түләүҙәр хаҡындағы Указға ҡул ҡуйҙы.

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Еңеүҙең 75 йыллығы уңайынан республикала йәшәүсе айырым граждандарға бер тапҡыр бирелә торған түләүҙәр хаҡындағы Указға ҡул ҡуйҙы.
Һүҙ Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары, тыл хеҙмәтсәндәре, вафат булған һуғыш ветерандары инвалидтарының ғаиләләре хаҡында бара.
Ҡаҙнанан бер тапҡыр бирелә торған пособие күләме һуғыш ветерандары һәм инвалидтары, концлагерҙар, гетто һәм башҡа мәжбүри тотоу урындарының бәлиғ булмаған әсирҙәренә – 25 мең һум буласаҡ, һуғышта ҡатнашыусылар һәм инвалидтарҙың ғаилә ағзаларына, ошо ауыр осорҙа 6 ай хеҙмәт стажы булғандарға 5 мең һум күләмендә пособие түләнә.
Был ветерандар пособиеларын Еңеүҙең 75 йыллығы уңайынан ағымдағы йылдың апрель-май айҙарында ала башлай.
Рәсәй Президенты Указына ярашлы, Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һәм тыл хеҙмәтсәндәренә 9 май байрамы уңайынан федераль бюджеттан 75 меңдән 50 меңгәсә бер тапҡыр бирелә торған пособие түләнәсәк.
Федераль аҡсалар Рәсәй Пенсия фонды туплаған мәғлүмәттәр һәм ошо ведомство аша бүленәсәк. Ветерандар өсөн төбәк түләүҙәрен республика халыҡты социаль яҡлау үҙәге башҡарасаҡ. Йәғни учреждениеларға килеп ғариза тултырып йөрөү кәрәкмәй.
Башҡортостанда бөгөн 738 ветеран, 285 һуғыш инвалиды йәшәй, 99 кеше элекке концлагерҙарҙың бәлиғ булмаған әсирҙәре, 98 – Ленинград блокадаһы балалары, 20 меңдән ашыу – тыл хеҙмәтсәне һәм 7 меңдән ашыуы – вафат булған ветерандарҙың ғаилә ағзалары.
Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: