+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
1 Апрель 2020, 13:34

Урманда янғын булмаһын өсөн

“Экология” милли проекты сиктәрендә урманда янғын һүндереү һәм ағас үҫтереү өсөн техника, ҡорамалдар алыуға 2020 йылда 77,1 миллион һум аҡса бүленәсәк, тип белдерә БР урман хужалығы министры Марат Шәрәфетдинов. 20 мартҡа тиклем 68,9 миллион һумлыҡ 10 дәүләт контракты төҙөлгән. Был аҡсаға ағас үҫтереү өсөн – 14, урманда янғын һүндереү өсөн – 8 берәмек техника, 2 трал ҡоролмаһы алынасаҡ.

27 мартта дәүләт контракттары буйынса 14 тәгәрмәсле Беларус 82.1 һәм Беларус 1221 тракторҙары, ГАЗ-33088 шассиһында 2 янғын һүндереү автоцистернаһы һәм МАЗ 6430С9 йөк тракторы алынған.
Марат Шәрәфетдинов әйтеүенсә, урмандарҙа янғынды тиҙ арала һүндереү өсөн шарттар тыуҙырыла, махсус техника менән һөҙөмтәле файҙаланырға, етеҙ тотонорға ҡала.
Фото БР урман хужалығы министрлығы сайтынан алынды.
Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: