Республикала алдағы өс көнгә поликлиникаларҙың графигы үҙгәрҙе: улар бер сәғәткә кәмерәк, йәғни иртәнге һигеҙҙән киске етегә тиклем эшләйәсәк.
Был киске сәғәт һигеҙҙән һуң йәмәғәт транспорты туҡтау менән бәйле.
Иртәнге һигеҙҙән ун икегә тиклемге ваҡыт – алтмыш йәштән өлкәндәр һәм төрлө тикшереү үтеү талап ителгән хроник сирлеләр өсөн. Сәғәт дүрткә ҡәҙәр махсус белгестәргә килгән ауырыуҙар ҡарала. Киҫкен сирләгән, йә хроник ауырыуҙары көсәйгән кешеләр сәғәт дүрттән ҡабул ителә.
Коронавирус буйынса бөгөнгө брифингта COVID-19 менән республикала әле һигеҙ кеше сирләүе хаҡында хәбәр иттеләр.
Фото "Башинформ"дан алынды.