+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
1 Апрель 2020, 09:25

Электрон портал ярҙамға килер

“БР электрон белем биреү” порталында уҡыусылар өсөн өҫтәмә дистанцион уҡыуҙарға арналған яңы бүлек асылды. Бында ҡуйылған видеодәрестәрҙә бөтә уҡыусылар ҙа ҡатнаша ала.

“БР электрон белем биреү” порталында уҡыусылар өсөн өҫтәмә дистанцион уҡыуҙарға арналған яңы бүлек асылды. Бында ҡуйылған видеодәрестәрҙә бөтә уҡыусылар ҙа ҡатнаша ала.
Башҡортостандың мәғариф һәм фән министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, порталда ҡуйылған видеодәрестәр мотлаҡ уҡыу программаһына инмәгән, ә буш ваҡытта өҫтәмә белем алыу өсөн тәҡдим ителә.
Был бүлек “Мәғариф” милли проекты сиктәрендә уҡыусыларҙың дистанцион рәүештә белем алыуын тәьмин итеү өсөн булдырылған. Балаларға белем биреүҙең бындай ысулын ҡулланыу каникул йә әлеге кеүек карантин мәлендә айырыуса файҙалы булыр, тип һанай белгестәр.
Был порталда йәмғиәтте өйрәнеү, биология, башҡорт, инглиз телдәре, физкультгимнастика, бейеү, шашка, шахмат һәм башҡа йүнәлештәр буйынса дәрестәр тәҡдим ителә. Шулай уҡ тарихи документаль фильмдар ҡарау, донъяның төрлө музейҙарында онлайн “сәйәхәт итеү” мөмкинлеге лә бар.
Видеодәрестәрҙе ошо һылтанма буйынса инеп ҡарарға мөмкин: https://edu.bashkortostan.ru/schedule-remote-sessions/.
Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: