-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
1 Апрель 2020, 09:30

“Еңеү” комитетында үҙгәрештәр

Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығын лайыҡлы үткәреү, байрам сараларын әҙерләү, Бөйөк Ватан һуғышы тураһында тарихи дөрөҫлөктө боҙоуға юл ҡуймау, һуғыш батырҙары ҡаһарманлығын мәңгелләштереү маҡсатында президент указы менән 2018 йылда “Еңеү” комитеты булдырылғайны.

Ил етәксеһе ошо көндәрҙә комитет составына үҙгәрештәр индереү тураһында ҡарарға ҡул ҡуйҙы. Документҡа ярашлы, уны Президент үҙе етәкләй. Ағзалар исемлеге беренсе вице-премьер Андрей Белоусов, һаулыҡ һаҡлау министры Михаил Мурашко, мәғариф министры Сергей Кравцов һәм башҡа хөкүмәткә яңы ингән министрҙар менән тулыланды.
Автор:Рәсүл Байгилдин
Читайте нас: