-2 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
1 Апрель 2020, 09:55

Бюджет тотоноуҙарын сикләргә ҡушты

Республика ҡалалары һәм райондары менән үткәргән кәңәшмәлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров коронавирусҡа һәм донъялағы хәлдәр айҡанлы көтөлгән иҡтисади көрсөккә бәйле муниципалитеттар бюджетын яңынан ҡарап сығырға ҡушты.

“Өҫтәмә сығымдар талап ителәсәге, резервтарға мохтажлыҡ тыуасағын аныҡ әйтеп була. Әле үк күренә башлаған иң ҡурҡыныс проблемаларҙың береһе – эшһеҙлек”, - тине Радий Фәрит улы был талапҡа аныҡлыҡ индереп.
Үткән аҙна мөғлүмәттәре буйынса, 3 374 кеше эштән бушатылыу ҡурҡынысы аҫтында ине, тип белдерҙе хөкүмәт вице-премьеры – ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова.
Фото Башҡортостан Башлығының рәсми сайтынан алынды.
Автор:Рәсүл Байгилдин
Читайте нас: