“Кисә кис республикала индерелгән үҙ аллы изоляция режимы күпме ваҡыт барыр?” – тигән һорау тыуа күптәрҙә. Ул әлегә 6 апрелгә тиклем, тип иғлан ителде. Артабан инде хәлдәрҙең нисек үҙгәреүенә ҡарап ҡарар ҡабул ителәсәк. Кисә район һәм ҡала башлыҡтары менән уҙғарылған кәңәшмәлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров шулай тип хәбәр итте.