+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
1 Апрель 2020, 09:30

1 апрелдә егеттәрҙе армияға саҡырыу башланды

Бөгөн, 1 апрелдә, сираттағы армияға саҡырыу кампанияһы башланды. Был турала Указға Рәсәй Президенты Владимир Путин 30 мартта ҡул ҡуйғайны.

Бөгөн, 1 апрелдә, сираттағы армияға саҡырыу кампанияһы башланды. Был турала Указға Рәсәй Президенты Владимир Путин 30 мартта ҡул ҡуйғайны.
Яҙғы саҡырылыш барышында Хәрби көстәрҙе 135 мең кеше тулыландырырға тейеш. Кампания 15 июлгә тиклем дауам итә. Коронавирус һалыуына бәйле, егеттәр тик 20 майҙа ғына хеҙмәт урынына йүнәлә, тип хәбәр итәләр Рәсәй Оборона министрлығынан.
Инфекцияның киң таралыуы сәбәпле, бәлки, армияға саҡырыу кисектерелер, тигән фараз таралғайны. Указға тиклем үк уны оборона министры Сергей Шойгу инҡар итте.
Бөгөнгө көндә Рәсәй армияһында COVID-19 менән ауырыусы теркәлмәгән.
Автор:Рәсүл Байгилдин
Читайте нас: