+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
31 Март 2020, 10:10

Юл төҙөүгә – 10 миллиард һум

Өфөнөң көнсығыш сығыу юлын төҙөү өсөн федераль ҡаҙнанан 2021 – 2022 йылдарҙа 10 миллиард һум аҡса бүленәсәк, тип белдерә республиканың финанс министры урынбаҫары Наталья Калугина.

Өфөнөң көнсығыш сығыу юлын төҙөү өсөн федераль ҡаҙнанан 2021 – 2022 йылдарҙа 10 миллиард һум аҡса бүленәсәк, тип белдерә республиканың финанс министры урынбаҫары Наталья Калугина.
Ҡаланан М-5 федераль трассаһына сығыу юлын төҙөү 33,5 миллиард һумға төшәсәк. Проект буйынса 1,2 километрлыҡ тоннель, Ҡариҙел йылғаһы аша күпер һәм 11,2 километр оҙонлоғонда автомобиль юлы төҙөләсәк. Ул 2024 йылда эксплуатацияға тапшырыласаҡ.
Өфөнөң көнсығыш сығыу юлын төҙөү өсөн киләһе йылда республикаға федераль бюджеттан – 2,1 миллиард, 2022 йылда иһә 8 миллиард һум аҡса бүленәсәк. Шулай уҡ алдағы өс йылда Башҡортостанға интеллектуаль транспорт системаларын индереү һәм юл хәрәкәте менән идара итеүҙе автоматлаштырыу өсөн йыл һайын 220 миллион һум аҡса биреләсәк. Дөйөм алғанда республиканың юл фонды 2020 йылда – 3,8 миллиард, 2021 йылда – 4,3 миллиард, 2022 йылда 13,2 миллиард һумға етәсәк.
Эштәр “Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проекты сиктәрендә башҡарыла.
Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: